✍️Атай китеп барғас, донъя минең өсөн бөтөнләй бушап ҡалғандай булды! Тап ошо күңелемә тыныслыҡ таба алмай йөрөгән мәлдә, көтмәгәндә Ильгиз ағай яңы йырын миңә ебәрҙе лә артынан шылтыратты:
- Хәсән энекәш, ошо йырҙы тыңлап ҡара әле, нәҡ һинең тауышыңда ишетәм, тине!
Йырҙы тыңлай башлау менән шунда уҡ тәндәрем зымбырлап китте, күҙҙәремә үҙенән - үҙе йәштәр килде! Атай менән бесән сапҡан мәлдәр...эх...
🔥Кыҫкаһы Дуҫтар, премьера!
Өфөлә йәшәп ижад иткән шағирә Нәфисә апай Тулыбаева 📝һүҙҙәренә Яр Саллы ҡалаһынан данлыҡлы композитор 🎶Ильгиз ағай Закиров ("Кәркәле тауҙары", "Әсәйҙең доғалары","Ҡышҡы сейә" һ.б. йырҙарының авторы) ижад иткән "Атай бесәнлеге" тигән йыр!
(🎹Аранжировка, баян - Дим Шәрәфиев, 🎙️тауыш яҙҙырыу, уны шымартыу - Ғәлинур Юламанов).
Ошо үрҙә әйтелгән ижади коллегаларыма барыһына ла ҙур рәхмәтемде еткерәм🤝!
👉Ә һеҙ Дуҫтарым, рәхим итеп тыңлағыҙ яңы йырҙы! Окшаһа, лайктар ҡуйығыҙ, фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ, йәки репост эшләгеҙ! Ни өсөн тигәндә, был моңло йырҙың яҙмышы - һеҙҙең ҡулдарҙа!
#хасанусманов #премьера #яңыйыр #новаяпесня #атайбесәнлеге #бесәнеткән #ильгиззакиров #нафисатулыбаева #димшарафиев #галинурюламанов